Our website uses necessary cookies to enable basic functions and optional cookies to help us to enhance your user experience. Learn more about our cookie policy by clicking "Learn More".
Accept All Only Necessary Cookies
Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙең йөҙөк ҡашы icône

1.0 by Башҡортостан мосолмандары


Feb 22, 2018

À propos de Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙең йөҙөк ҡашы

Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим! Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау!

БАШ ҺҮҘ

Бисми-Лләһи-ррахмәни-ррахим! Ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтау! Кемделер Аллаһ тура юлға баҫтырһа, уны һис кем аҙаштыра алмаҫ, ә инде Аллаһ аҙаштырһа, берәү ҙә тура юлға сығара алмаҫ. Бар өмөттәребеҙ, ғибәҙәттәребеҙ – тик бер Аллаһҡа! Ул беҙҙе юҡтан бар иткән, Унан башҡа яҡлаусыбыҙ юҡ, Уға ғына һыйынабыҙ һәм Унан ғына ярҙам һорайбыҙ.

Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле уҡыусылар! Беҙ үҙебеҙҙе «мосолман» тибеҙ, әммә шул мосолманлыҡ динен кешеләргә башлап өйрәтеүсе, холҡо һәм эштәре, ғибәҙәттәре һәм тормош рәүеше менән иң юғары дәрәжәләргә өлгәшеүсе Мөхәммәт пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم хаҡында бик һирәктәребеҙ генә белә. Ә бит уның тормош юлы – һәр мосолман өсөн бөйөк, алыштырғыһыҙ өлгө. Был хаҡта Раббыбыҙ шулай ти: «Һеҙҙең кемегеҙ Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә өмөт итә һәм Аллаһты күп иҫкә ала, шуларға Аллаһ рәсүлендә күркәм үрнәк булды» (Ҡөрьән, 33:21).

Ҡәбергә инеп ятҡас, ғазап фәрештәләре иң тәүгеләрҙән: «Пәйғәмбәрең кем?» - тигән һорау бирәсәк. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең صلى الله عليه وسلم нисек дин тотоуын, холҡон, эштәрен, йәшәйешен белмәйенсә, Раббыбыҙ һөйөүенә өлгәшеү, иманыбыҙҙы нығытыу, үҙебеҙҙе Ахирәткә әҙерләү мөмкин түгел. Аллаһ Тәғәлә был хаҡта шулай тигән: «Әйт: «Аллаһты яратаһағыҙ икән, миңә (йәғни Пәйғәмбәргә) эйәрегеҙ, шул саҡта Аллаһ һеҙҙе яратыр, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар» (Ҡөрьән, 3:31).

Туған халҡыма Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم хаҡында аҙмы-күпме мәғлүмәт биреү ниәте менән Әбүл-Хәсән Ғәли ән-Нәдүи исемле (1914–1999 йылдарҙа йәшәгән) мәшһүр һинд дәғүәтсеһе авторлығындағы ошо Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәт Мостафа صلى الله عليه وسلم китапты тәржемә итергә булдым. Асылда балалар өсөн яҙылһа ла, уның теле ябай ғына түгел. Ғәрәп һәм башҡорт телдәренең грамматик, стилистик үҙенсәлектәренә ҡарап, ҡайһы бер урындарҙа үҙгәрештәр индерелде. Аңлашылмаған, ауырыраҡ төшөнсәләр өсөн махсус һүҙлек төҙөлдө.

Китаптың атамаһына ла бер аҙ аңлатма биреп үтеү дөрөҫ булыр. Мөхәммәт пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم – Аллаһ Тәғәләнең иң яратҡан ҡоло, иң күркәм, иң камил холоҡ эйәһе, Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Уны «пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы» тип әйтергә лә булыр ине. Ҡиәмәт көнөндә кешеләр, яҡлау эҙләп, бер пәйғәмбәрҙән икенсеһенә барып ҡаңғырышҡанда, тап ул, Мөхәммәт صلى الله عليه وسلم, Аллаһ рөхсәте менән бөтә мосолмандар өсөн Аллаһтан яҡлау һораясаҡ.

Әлбиттә, был бәләкәй генә китапта Аллаһ рәсүленең صلى الله عليه وسلم тормош юлы тулыһынса сағылдырылған, тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер ваҡиғалар өҫтән генә ҡарап үтелә, барлыҡ нескәлектәр ҙә асып һалынмай. Шулай ҙа Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم тураһында әле бөтөнләй белмәгәндәр һәм бик аҙ мәғлүмәтлеләр өсөн был китап танышыу, башлап өйрәнеү йәһәтенән бик ҡулай, тип уйлайым.

Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла тура юлдан йөрөтһөн, Ҡөрьән һәм Сөннәт әһелдәре итһен, көфөрлөктән аралап, тәүхидле тормошта йәшәтһен ине! Йәнебеҙҙе мосолман көйөнсә алып, Йәннәт ҡапҡаларын асһын, Йәһәннәм утынан аралаһын ине! Амин.

Нәркәс Алсынбаева

2013 йыл, 13 ноябрь.

Quoi de neuf dans la dernière version 1.0

Last updated on Feb 22, 2018

Minor bug fixes and improvements. Install or update to the newest version to check it out!

Chargement de la traduction...

Informations Application supplémentaires

Dernière version

Demande Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙең йөҙөк ҡашы mise à jour 1.0

Nécessite Android

1.6 and up

Voir plus

Мөхәммәт Мостафа Пәйғәмбәрҙең йөҙөк ҡашы Captures d'écran

Charegement du commentaire...
Abonnez-vous à APKPure
Soyez le premier à avoir accès à la sortie précoce, aux nouvelles et aux guides des meilleurs jeux et applications Android.
Non merci
S'inscrire
Abonné avec succès!
Vous êtes maintenant souscrit à APKPure.
Abonnez-vous à APKPure
Soyez le premier à avoir accès à la sortie précoce, aux nouvelles et aux guides des meilleurs jeux et applications Android.
Non merci
S'inscrire
Succès!
Vous êtes maintenant souscrit à notre newsletter.